Республикала яңы уҡыу йылына әҙерлекте тикшереү тамамланыу алдында

Your browser doesn't support HTML5 video.

Август башынан Иглин районының мәғариф учреждениеларын ведомство-ара махсус комиссия тикшерҙе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Августың тәүге аҙнаһында Иглин районы мәктәптәре һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәле тикшерелде. Ведомство-ара махсус комиссия тарафынан 29 мәктәп һәм 25 балалар баҡсаһы тикшерелергән.

Быйыл Иглин районынан яңы уҡыу йылында тәүге тапҡыр мәктәп партаһы артына меңдән ашыу уҡыусы барасаҡ. Райондың 5 мәғариф учреждениеһы һәм 2 балалар баҡсаһы бинаһына капиталь ремонт үткәрелгән. Был маҡсатҡа районы бюджетынан 5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ике миллион һумдан ашыу аҡса ҡалған мәғариф учреждениеларын ремонтлауға йүнәлтелгән.

Мәктәптәрҙә заманса белем биреүгә лә етди иғтибар бүленә. 2019 йылдан 4-cе мәктәптә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, технология, информатика фәндәре, медиазона, шахмат буйынса «Үҫеш нөктәһе» асылған. Балтика, Түбәнге Ләмәҙ, Урман, Ҡалтыман һәм Алаторка ауылы мәктәптәрендә тағы ла 5 «Үҫеш нөктәһе» асыласаҡ. Был белем биреү үҙәктәре балаларҙы һанлы, техник, гуманитар һәм тәбиғи-фәнни профилдәр йүнәлешендә әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәғариф учреждениеларының күпселеге балаларҙы яңы уҡыу йылына ҡаршы алырға тулыһынса әҙер. Ҡалған мәктәп һәм баҡсаларҙа етешһеҙлектәр30 августҡа тиклем бөтөрөләсәк тип көтөлә.

Гүзәл Борханова