Ул урман янғындарына бәйле хәл менән яҡындан танышты.
Төбәк етәксеһе тәүҙә һауанан ҡаза күргән биләмәләрҙе ҡараны. Һуңынан янғын һүндереүҙә ҡатнашыусылар менән осрашты. Радий Хәбиров республиканың талап ителгән барлыҡ ярҙам сараларын да күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
Иң мөһиме уттың ауылдарға етеүенә юл ҡуйылманы. Республика етәксеһе махсус хеҙмәттәр менән бергә ирекмәндәрҙең дә тырышлығын юғары баһаланы. Улар төрлө төбәктәрҙән йыйылған. Йәштәр һәм ҡарттар, ир-аттар һ әм ҡатын-ҡыҙҙар, чиновниктар һәм эшселәр. Был кешеләр янғындар менән көрәшер өсөн берләшкән, - тине Радий Хәбиров. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар үҙ сиратында айырыуса таулы урындарҙа ут менән көрәшкәндә махсуслашҡан техникалар мөһимлеген билдәләне. Осрашыу һөҙөмтәһе буйынса төбәк башлығы тейешле йөкләмәләр биреләсәген белдерҙе.
Урындағы халыҡ Радий Хәбировҡа мобиль бәйләнештең сифатына зарланды. Әле Хәйбулла районының 17 ауылында керәҙле телефон насар тота. Был үҙ сиратында урман янғындары менән көрәшкән төркөмдәрҙең бөр төптән эшмәкәрлек алып барыуына ҡамасаулай.
Бынан тыш, Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәүселәр республика башлығынан мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ГАЗ-66 базаһында янғын һүндереү автомобиле һораны.
Илдар Байбулатов