Меңдән ашыу ойошма хеҙмәт урынын юғалтҡандарҙы эш менән тәьмин итеү өсөн субсидияға ғариза биргән

Программа буйынса бер эш урынын булдырыуға дәүләт 57 мең 460 һум күләмендә компенсация түләй. Сумманы эш хаҡы түләүгә, эш урынын йыһазландырыу кеүек сығымдарҙы ҡаплау өсөн йүнәлтелә. Программа Бөрө ҡалаһында нисек ғәмәлгә ашырыла? БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Цемент ҡатнашмаһын әҙерләп, стеналарҙы тигеҙләү - Виталий Шамшиевтың көндәлек эше. Ул Бөрө ҡалаһы өсөн мөһим социаль объект төҙөлөшөндә ҡатнаша. Дүрт ҡатлы поликлиниканы йыл аҙағына сафҡа индереү бурысы тора. Был эште Виталий Шамшиев күптән түгел мәшғүллек үҙәгенең яңы программаһы буйынса таба.

Эш оҡшай, коллектив яҡшы. Ваҡытында төҙөлөш материалдарын алып киләләр эшләп кенә тор. Эш хаҡы менән дә ҡәнәғәтмен.

Виталий Шамшиев , штукатур, ярҙамсы

Яңы программаға ярашлы хеҙмәт урындарын юғалтғандарға эш биреүсе компаниялар субсидиялана. Быйыл марттан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары буйынса юридик һәм шәхси эшҡыуарҙарға ағсалата ярҙам күрһәтелә. Ул эш хаҡы түләү, эш урынын булдырыу, хеҙмәткәрҙе әҙерләү өсөн сарыф ителгән сығымларҙы ҡаплауҙы күҙ уңында тота. Дарья Князева Былтыр Бөрө күп профилле колледжын тамалай. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә һәм субсидиялау программаһында ҡатнашан компанияға эшкә алына.

Тәүге осорҙа ауыр ине, сөнки төҙөлөш эшен ойоштороу еңелдән түгел. Ваҡыт үтеү менән барыһына ла өйрәндем. Хәҙер төҙөлөш технологиялары һәм материалдарының хаҡын күҙәтәм, смета тултырам.

Дарья Князева, техник

Түләүҙәр өс этапта бара. Беренсеһен эш биреүсе тәүге айҙа алһа, икенсеһен – өс ай үткәс, өсөнсөһөн ярты йылдан һуң. Һәр түләүҙең күләме – 19 мең һумдан ашыу.

Эш күләме артыуға бәйле – яңы хеҙмәт урындарын булдырыу кәрәк ине. Был йәһәттән Мәшғүллек үҙәге ҙур ярҙам күрһәтте. Хеҙмәткәрҙәрҙең стажировка үтеүе түләнде, аҙаҡ уларҙы рәсми рәүештә урынлаштырҙыҡ. Киләсәктә программа тамамланһа ла эшселәр менән хушлашырға уйламайбыҙ. Кадрҙар һәр саҡ кәрәк.

Виталий Чистяков , төҙөлөш компанияһы директоры

Предприятияларҙы субсидиялау программаһы буйынса Бөрө ҡалаһында 27 хеҙмәт урынын юғалтан гражданин эш менән тәьмин ителгән. Әлеге көндә мәшғүллек үҙәгендә 603 кеше иҫәпләнә. Республика буйынса меңдән ашыу эш биреүсе федераль программала ҡатнашыу өсөн ғариза биргән.

Улар эшһеҙ ултырғандарға ете мең ярым вакант урынын тәҡдим итә. Ярты йыл эсендә генә субсидиялау яраҙмында 991 хеҙмәт урынын юғалтҡан граждандар, шул иҫәптән былтыр уҡыуын тамалаған студенттар эшкә урынлашҡан.

Әлфинә Килдейәрова