Эш тә, күңел асыу ҙа бер юлы. Бөтә донъя фольклориадаһы ирекмәндәр өсөн иң көтөп алынған, иҫтә ҡалған, шул уҡ ваҡытта иң яуаплы ла мәҙәни сара булған. Бөгөн баш ҡала хакимиәте фольклор байрамын ойошторорға ярҙам иткән йөҙҙән ашыу ирекмәнгә Маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ирекмәнлек кешене оло һәм кесегә бүлмәй. Бушлай ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр араһында үҫмерҙәр ҙә оло йәштәгеләр ҙә бар. Хәҙерге заманда бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, байрам барған урынды тәртиптә тотоу, ҡатнашыусыларҙы оҙатып йөрөү һәм башҡа бик күп эштәр ирекмәндәр иңенә йөкмәтелә. Ләкин ирекмәндәрҙең ҡулынан килмәгән бер генә эш тә юҡ.
Бөтә донъя фольклориадаһы барған мәлдә айырыуса әүҙемлек күрһәткән ирекмәндәргә рәхмәт хаттары һәм сертификаттар тапшырылды. 37 илде берләштергән мәҙәни сарала йәмғеһе 800 волонтер ҡатнашҡан. Ойоштороусылар әйтеүенсә, уларҙың ярҙамынан тыш бындай күләмле йыйындарҙы уҙғарыу мөмкин дә булмаҫ ине. Бындай тәжрибә менән Башҡортостан тағы ла ҙурыраҡ сараларҙы ла ҡабул итергә әҙер.
Айнур Кәбиров