Республика Башлығы тәбиғәт ҡазаһына бәйле хәл менән яҡындан танышыу өсөн Урал аръяғына юлланды. Хәйбуллала уттан зыян күргән биләмәләрҙе вертолеттан ҡарағандан һуң ауыл халҡы һәм ут һүндереүҙә ҡатнашҡан ирекмәндәр менән аралашты. Радий Хәбиров техника менән ярҙам буласаҡ тине, шулай уҡ халыҡ һорауы буйынса фельдшер-акушер пункты һәм мобиль бәйләнеш мәсьәләһен хәл итергә вәғәҙәләне.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯнғындарҙы һүндереүҙә"Росгвардия"ның пилотһыҙ осоусы аппараттары ла ҡулланыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, һуңғы тәүлектә 8 ут сығанағы һүндерелгән.