Вакциналау - йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм эпидемияны туҡтатыуҙың иң ышаныслы ысулы

18 быуатта тәбиғи сәсәк инфекцияһынан 350 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Вакциналау һөҙөмтәһендә, сирҙе тулыһынса еңеүгә өлгәшәләр. 1918 йылда булған грипп эпидемияһында 50 миллион кеше үлә. “Бөгөн - коронавирус пандемияһы осоронда ла прививка яһатыу мөһим, - ти танылған хирург, медицина фәндәре докторы Вил Тимербулатов. Табип халыҡты прививка яһарға саҡыра. Ул үҙе быйыл  ғинуарҙа вакцина эшләткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала 180-дән ашыу урында, шул иҫәптән мобиль нөктәләрҙә коронавирустан вакцина яһатырға мөмкин. Пункттар исемлеге һәм адресы менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була. КОВИД-ҡа ҡаршы үҙәк телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347.