Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн "Торатау" геопаркына экскурсиялар башланды

Тәүге сәфәр был аҙнала ойошторолдо. Экскурсияла 10 бала һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. Геопаркка килеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған, парковка, туристарҙы ҡабул итеү үҙәге, ҡунаҡхана булдырылған. Килеүселәрҙе оҙатып йөрөүселәр бар. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, был социаль проектта ҡатнашырға теләүселәр күп, акция даими уҙғарыла. Бынан тыш, "Торатау" геопаркын ЮНЕСКОның геопарктар селтәренә индереү буйынса эш алып барыла. Был биләмәне уңайлы һәм экологик яҡтан таҙа итеү маҡсатын ҡуябыҙ, тип яҙа Радий Хәбиров.