Республикала урман янғындары менән көрәш дауам итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы вәкиле Алик Шәрәфетдинов был сәғәткә ошондай мәғлүмәттәр еткерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБелоретта ике урында янғын теркәлгән. Район халҡына һәм туристарға һаҡлыҡ сараларын күреү мөһим, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан. Инйәр урман хужалығында 50 гектарға яҡын ерҙе ут ялмап алған. Уны ҡамау һәм һүндереү планлаштырыла. Икенсе янғын – Әүжән урман хужалығында. Уның таралыуы кисә туҡтатылған.