Радий Хәбиров коронавирус буйынса оператив штаб ултырышы уҙғарҙы

Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров короанавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Унда вакциналау темпын арттырыу  мәсьәләһе  ҡаралды. Бөгөнгә  республикала  800 меңгә  яҡын кеше тулыһынса прививка алған. Республика башлығы Радий Хәбиров  инфекция  дауаханаларында  хәүефһеҙлеккә  иғтибарҙы  арттырырға, кислород менән өҙлөкһөҙ тәьмин итергә ҡушты. Шулай уҡ Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшсе төркөмдәр булдыра,  улар бөтә  COVID-госпиталдәрҙә тикшереүҙәр уҙғара.