Улар урмандарҙы һөрә һәм минералләштерелгән һыҙаттар булдыра башланы. Ҡеүәтле техникаларҙы йәлеп итеү тураһындағы ҡарар Радий Хәбировтың Хәйбулла районына эш сәфәре барышында ҡабул ителде. Ул урман янғындарына бәйле хәл менән яҡындан танышты.
Төбәк етәксеһе тәүҙә һауанан ҡаза күргән биләмәләрҙе ҡараны. Һуңынан янғын һүндереүҙә ҡатнашыусылар менән осрашты. Радий Хәбиров республиканың талап ителгән барлыҡ ярҙам сараларын да күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
Республика етәксеһе махсус хеҙмәттәр менән бергә ирекмәндәрҙең дә тырышлығын юғары баһаланы.