Ауырғазы районында бойҙай баҫыуҙарында эш ҡайнай

Гектарынан 36 центнер. Ауырғазы районында бойҙай баҫыуҙарында эш ҡайнай. Уңыш күләме йылдағынан аҙыраҡ булһа ла, ҡоролоҡ йылына ҡарата яҡшы ғына тип шатлана игенселәр. «Урожай» хужалығы баҫыуҙарында ураҡ барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

«Урожай» ауыл хужалығы баҫыуҙарында комбайнсылар ярышып бойҙай һуға. Бункерҙы «алтын бөртөктәре» менән тултырыу өсөн бураҙнаны бер урау ҙа етә. 15-се ураҡ миҙгелен баҫыуҙа үткәргән Ғәзинур Исҡужин ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан уңыш кимәле яҡшы тип билдәләй.

Эҫе һәм ҡоро йәй яҙғы бойҙайҙың үҫешен тотҡарлай тиһәләр ҙә, «Урожай» хужалығында уңышҡа зарланмайҙар. Агрономдар тәбиғәт шартттарына ҡарамаҫтан, ерҙең уңдырышлығын күтәреү серҙәрен белә.

Ауырғазы районында быйыл 49 мең гектар майҙанда иген культуралары үҫтерелгән. Ауыл эшсәндәре баҫыуҙарҙың күпселек өлөшөндә эштәрҙе теүәлләгән. 83 мең тонна иген бураларға оҙатылған.

Үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу әле хужалыҡ эшсәндәре алдында торған төп бурыс.Бойҙай һәм арпа баҫыуҙарында эш август аҙағында тамаланырға тейеш.Артабан инде комбайндар кукуруз һәм көнбағыш һуғырға төшә.

Рафиҡ Әхмәтшин