Сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында Шаран районында таяҡтар ярҙамында йөрөү ойошторолдо. Ул Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған «Оҙон ғүмерлелек» проекты сиктәрендә үтте. Сарала 50-нән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты.
Үҙәк район дауаханаһы белгесе тәүҙә уларҙы спорт йыһазын дөрөҫ тотоу серҙәренә төшөндөрҙө, һуңынан атларға өйрәтте. Урындағы гүзәл зат вәкилдәре өсөн спорттың был төрө ят түгел. Сөнки улар скандинав йөрөш менән 2018 йылдан даими шөғөлләнә.
Бынан тыш, «Сәләмәт ауыл» проектын ғәмәлгә ашырыу барышында медицина хеҙмәткәрҙәре вакцинацияның мөһимлеге тураһында һөйләне.
Илдар Байбулатов