"Халыҡ контроле” йәрминкәләр буйлап рейд уҙғарҙы

Өфөлә "Халыҡ контроле” проекты активистары аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы тикшерҙе.  Улар  баш ҡаланың федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәре, йәрминкәләр буйлап рейд ойошторҙо. Тикшереү барышында сауҙа селтәрҙәренең береһендә сифатһыҙ йәшелсә менән һатыу итеү асыҡланған. "Халыҡ контроле"  йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Урал Кәримов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Проект етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина фекеренсә, хаҡтарҙы көйләүҙән тыш урындағы етештереүселәргә сауҙа итеү өсөн шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Был тәңгәлдә йәрминкә майҙандарында уңайлыҡтар булдырыу мөһим.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Халыҡ контроле” проекты - аҙыҡ-түлек сәйәсәте, ризыҡ  һәм хеҙмәттәр сифатын контролдә тотоу, конкуренцияға һәләтле продукция етештереүҙе яйға һалыу өлкәһендә йәмәғәтселеккә мәғлүмәт биреү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.