Был турала социаль селтәрҙә республика хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров яҙа. Уның һүҙҙәренсә, әле инвесторҙар менән һөйләшеү бара. Ғафури районында иһә ҡояш электр станцияһы төҙөү күҙаллана. Бының өсөн майҙан билдәләнгән. “Алға” йылдам иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары ла ҡыҙыҡһыныу белдергән. Ошондай проекттар яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирә тип билдәләй премьер-министр.