Башҡортостанда 271 кеше коронавирус йоҡторған

Уҙған тәүлектә республикала 9 кеше вирус ҡорбандары исемлегенә өҫтәлгән. Пандемия башланғандан алып, һәләк булғандар һаны 875-кә етте. Стационарҙарҙа 714 пациент ята, уларҙың яртыһы 60 йәштән өлкәндәр. Табиптар 60 кешенең ауыр хәлдә булыуы тураһында белдерә. 8 пациент яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. 3 мең самаһы кеше өй шарттарында дауалана. Һуңғы тәүлектә  вирус  йоҡтороуҙың 271 яңы осрағы теркәлгән.