Премьер-министр Андрей Назаров Республика адреслы инвестиция программаһына төҙәтмәләр индерергә ҡушты. Уға ярашлы, Стәрлетамаҡтағы 1-се балалар музыка мәктәбен төҙөкләндереүгә бюджет аҡсаһы тотонола. Бинаны яңыртыу өсөн 37 миллион һумға яҡын аҡса кәрәк. Сумманың ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә.