Бөгөн һулаҡайҙар көнө билдәләнә

Һулаҡайҙарҙың да үҙ байрамдары бар. Календарҙа 13 август Халыҡ-ара һулаҡайҙар көнө тип билдәләнгән. Был дата 1976 йылдан Британияның һулаҡайҙар клубы башланғысы менән билдәләнә. Был көндөң девизы: “Барлыҡ донъя һулаҡайҙары, берләшегеҙ”. Әле ер йөҙөндә һәр унынсы, йәғни 500 миллион кеше һулаҡай.  Александр Пушкин, Чарли Чаплин, Исаак Ньютон, Наполеон Бонапарт, Александр Македонский, Рональд Рейган, Фидель Кастро һулаҡай булған.