Радий Хәбиров: " Коронавирусты еңеүҙең берҙән бер юлы - вакциналау "

Бөгөн Республика башлығы Радий  Хәбиров  "Сәләмәтлек сәғәте" кәңәшмәһе  уҙғарҙы.  Унда  коронавирустан вакциналау,  медицина ойошмаларын кадрҙар һәм  юғары  технологиялы  ҡорамалдар менән тәьмин итеү темалары ҡаралды. Быйыл "Инцидент-менеджмент" системаһына халыҡтан  сәләмәтле к темаһына  79 мең ярым  мөрәжәғәт килгән.  Июль айында халыҡты  иң борсоған тема - вакциналау. Шулай  уҡ  табиптар эшмәкәрлеге, дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса  һорауҙар күп булған. Республика башлығы  Радий  Хәбиров  белдереүенсә, коронавирусты  еңеүҙең берҙән бер юлы -  вакциналау.  Был кампания яҡшы  ойошторолған урындарҙа  ауырыусылар күпкә аҙ, тине Радий  Хәбиров.