Вакцина эшләтмәгән хеҙмәткәрҙәргә вакансия юҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөләге ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары коронавирустан һөҙөмтәле һаҡланыу юлдарын һайлай. Бөгөн «Буринтех» предприятиеһы вакциналау тураһында сертификаты булмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алыуҙы туҡтатыуы тураһында белдерҙе.

Әле коллективтың 60 проценты прививка яһатҡан. Белгестәр фекеренсә, был коллектив иммунитет булдырыу өсөн башланғыс күрһәткес. Шуға ла ойошмала вакциналау үтеүселәрҙең һанын артабан арттырыу яҡлылар. Предприятие нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡоролмалар етештереү менән шөғөлләнә. Тармаҡтың тотош республика иҡтисади өсөн әһәмиәтле булыуын иҫәпкә алып, предприятитела коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алыу туҡтатылған.

Эре сәнәғәт предприятиеларының башланғысын республиканың медицина йәмәғәтселеге лә ҡеүәтләй. Табиптар фекеренсә, коллектив иммунитет булдырыу юлы менән генә коронавирус таралыуын туҡтатырға мөмкин.

Рафиҡ Әхмәтшин