Өфөнөң Дим биҫтәһе ветерандар советы бинаһында коронавирусҡа ҡаршы вакциналау пункты ойошторолдо. Алтмыш йәштән өлкәнерәк граждандар август аҙағына тиклем Хәҡиҡәт урамы, 25-cе йорт адресы буйынса прививка яһата ала. Шулай уҡ сәләмәтлеген нығытыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр ҙә уйнатыла. Ветерандар ойошмаһының изге башланғысы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Фәнил Насретдинов һаулығына зарланмай. Коронавирус инфекцияһы менән дә яҡындан таныш түгел, аяуһыҙ сир ғаиләһен дә урап үткән. Бәхетте оҙайтыу маҡсаты менән ир вакцина яһатырға ҡарар итә.
Стенала «Ватан-әсә саҡыра» һәйкәленең һүрәте. Символик образ. Коронавирус та бит күренмәҫ дошман, уны тик вакцина ярҙамында ғына еңеп була. Өфөнөң Дим районы ветерандар советы бинаһында ла прививка ҡаҙатыу буйынса күсмә пункт ойошторолған. Аҙна башынан ғына бында ике тиҫтәгә яҡын пенсионер иммунитетын нығытҡан.
Вакцинациналаныусыларҙы дәртләндереү сараһы ла ҡаралған. Өсәр килограмм шәкәр таратыла. Шулай уҡ август аҙағында бағыусылар ярҙамы менән ҡиммәтле бүләктәр уйнатыласаҡ.
Эре предприятиелар, бизнес берләшмәләр ҙә коллектив иммунитет булдырыу өҫтөндә эшләй. Әйтәйек, Өфө ит-консерва комбинатына бишенсе тапҡыр медицина бригадаһы саҡыртылды. Иллеләп кеше хеҙмәт урынында Спутник V, Спутник лайт препараттарын ҡаҙатты.
Комбинатта 630 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың ҡырҡ процентҡа яҡыны коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатҡан. Прививка ҡаҙатыусылар араһында компанияның баш энергетигы Юлай Ирназаров та бар.
Предприятиела медицина пункты эшләй. Терапевт һәм фельдшер көсө менән хеҙмәткәрҙәргә вакциналауҙың мөмһимлеге тураһында аңлатыу эше алып барыла. Әйткәндәй, пандемия башланыу менән хәүефһеҙлек талаптарының көсәйтелеүе комбинаттың өҙөклөкһөҙ эшләүенә булышлыҡ иткән.
Гөлназ Хәйбуллина