Урында, төҙөкләндереү эштәре менән бер рәттән, белем усағында кабинет йыһазландырыла. Теманың дауамы – беҙҙең киләһе материалда.
Беренсе сентябргә тиклем һанаулы көндәр ҡалды. Әле махсус комиссия мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерә. Әбделкәрим мәктәбе быйыл 110 баланы ҡаршы ала. Мәктәптә Алғаҙы, Ҡыуат ауылынан да уҡыусылар белем ала. Әле бында тиҙҙән асыласаҡ «Үҫеш нөктәһе» мәғариф үҙәгенә йыһаздар ҡайтарыла башланы.
Районда 63 белем биреү учереждениеһы иҫәпләнә.Тикшереү барышында комиссия ағзалары ағымдағы ремонт эштәре, ҡыйыҡтарҙың торошо, уҡыу кабинеттарының, спорт залдарының йыһазландырылыуы, мәктәп яны участкалары менән танышты, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын тикшерҙе. Аш -һыу блогы ла иғтибарҙан ситтә тороп ҡалманы.
Ҡабул итеү комиссияһы эше бер аҙна дауам итте. Етешһеҙлектәр булған осраҡта, улар уҡыу йылы башына тиклем бөтөрөлөргә тейеш. Август аҙағында үтәсәк уҡытыусылар кәңәшмәһендә иһә иң яҡшы белем усаҡтары билдәләйәсәк.
Раушания Рәхимова