Граждандарҙың дәүләт органдарына мөрәжәғәттәре кисекмәҫтән хәл ителергә тейеш

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан социаль селтәрҙәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса илдә алдынғылар рәтендә , тине «Диалог « ойошмаһы етәксеһе Алексей Гореславский Радий Хәбиров менән осрашыуҙа.

Йәмәғәт һәм власть араһындағы һанлы диалог операторы етәксеһе әйтеүенсә, республикалағы тәжрибә башҡа төбәктәргә үрнәк. Осрашыуҙа яҡтар республика һәм муниципаль органдарҙың социаль селтәрҙәрҙә граждандар мөрәжәғәттрен оператив хәл итеү тураһында һүҙ барҙы.

Алексей Гореславский етәкләгән ойошма шулай уҡ Рәсәйҙә Төбәк менән идара итеү үҙәктәре булдырыу һәм үҫтереү буйынса оператор булып тора. Бөгөн ул Өфөлә Республика менән идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән дә ҡыҙыҡһынды.

Башҡортостанда үҙәк үткән йылдың ноябрендә эш башланы һәм ул халыҡ мөрәжәғәте, ялыуҙар һәм проблемаларҙы оператив хәл итеүгә махсуслашҡан. Комплекс шулай уҡ Инцидент менеджмент, Агросәнәғәт комплексы, торлаҡ -коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге Регент платформаларын берләштерә.

Йыл аҙағына тиклем төрлө тармаҡты күҙәтеүсе тағы ла йөҙ мәғлүмәти панель ҡушыу планлаштырыла. Алексей Гореславский тотош республиканың һанлы комплексы эшен юғары баһалап Республика менән идара итеү үҙәге тәжрибәһе федераль масштабҡа лайыҡлы тип билдәләне.

Айнур Кәбиров