Радий Хәбиров Өфөнөң тарихи үҙәгендә төҙөлгән торлаҡ комплексын ҡараны

Your browser doesn't support HTML5 video.

Әле яңы заманса йорттар урынлашҡан майҙанда 2000-се йылдар башында ғына иҫке ағас өйҙәр урынлашҡан була. Төҙөлөш компанияһы уйһыу, соҡор-саҡырлы урынды тәртипкә килтереп күләмле эшмәкәрлек башлай.

«Соты» тип аталған клуб йорто ошо биләмәлә сафҡа индерелгән комплекстарҙың береһе. Төҙөүселәр әйтеүенсә, был аҡыллы бина, подъезға сит кешеләр инә алмай, ҡапҡалар транспорт номерынан автоматик рәүештә асыла.

Йорттоң үҙ спорт, балалар майҙансығы бар. Архитектура проекты ла осраҡлы ғына һайланмаған, ул бал кәрәҙҙәренән тора, әммә уның сиктәре тәҙрәләрҙе ҡапламай. Бында бар нескәлек иҫәпкә алынған.

Республика етәкселеге фекеренсә, үҙенсәлекле архитектура комплекстары Өфөнөң биҙәге булып тора, башҡалаға йәм өҫтәй. Был обьекттың торлаҡ йорт булыуын да иҫәпкә алғанда фатир хужалары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.

Рәмзиә Кәримова