Республикала яңы уҡыу йылы ғәҙәти тәртиптә башланырға тейеш. Әммә төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк, тип белдерҙе бөгөн Радий Хәбиров. Республика Башлығы баш ҡалала үткән мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә сығыш яһаны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМәғариф хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә белем биреүҙәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала. Күп белем усаҡтарын борсоған проблемаларҙың береһе – кадрҙар. Республика мәктәптәренә уҡытыусылар етешмәй. Беҙҙең мәктәпкә лә педагогтар кәрәк тип белдерҙе беҙҙең радиоға биргән интервьюһында Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы мәктәбе директоры Данил Ҡотлобаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАвгуст кәңәшмәһе алдынан республика мәктәптәренә “Газель” автобустары тапшырылды. 41 мәктәп яңы транспортлы булды.