Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы дауам итә. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, мал башына 12 центнер ярым мал аҙығы әҙерләнгән. Саҡмағош, Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө райондары сенажды, Көйөргәҙе, Нуриман хужалыҡтары бесәнде етерлек әҙерләгән. Ҡоролоҡҡа бәйле, үлән йоҡа булды, шуға аграрийҙар кукурузды силосҡа һалыуға ҙур өмөт бағлай, ти Бүздәк районының баш агрономы Фәних Дәүләтшин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала урып-йыйыу эштәре лә дауам итә. Бөгөнгә планға ҡарата майҙандарҙың яртыһында ураҡ тамамланған. 1 миллион 269 мең тонна иген бураларға һалынған.