Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина, көмөш миҙал яулаусы Тимур Сафин, уларҙың тренерҙары Егор Попов һәм Лира Грушина менән осрашты. Радий Хәбиров спортсыларҙы ҡаҙаныштары менән ҡотланы, Өфөлә фехтование һарайы төҙөләсәге тураһында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика башлығы Олимпия уйынсылары һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт наградалары һәм сертификаттар тапшырҙы. Башҡортостанда Олимпия чемпионына 2 миллион һум бирелә, тренер 1 миллион һум ала. Көмөш миҙал өсөн миллион ярым һәм 750 мең һумлыҡ түләүҙәр ҡаралған.