Өфөлә үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса донъя беренселеге старт алды. Бөгөн олимпия уйындарына инмәгән спорт төрө, грэпплинг буйынса ярыштар булды. 43 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Башҡортостандан Карина Мырҙабаева еңеүсе тип танылды. Был категорияла уның дәғүәселәре булмай сыға,
ярыш шарты буйынса беҙҙең спортсы чемпион тип иғлан ителә.