Гаджеттарға ҡарамаҫтан. Мәғлүмәт технологиялары үҫешкән дәүерҙә йәш быуынды социаль мөхиттә тәрбиәләү хәҙерге заман мәктәптәре алдында торған төп бурыс. Бөгөн мәсьәлә республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә ҡаралды.
Яңы уҡыу йылына әҙерлек һорауҙары күтәрелгән форумда йылдағыса Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты. "Торатау" конгресс холлында үткән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Хәҙер физика, химия кабинеттарында лаборатория тикшереүҙәре үткәреү өсөн төрлө приборҙар, пробиркалар, шыйыҡсалар кәрәкмәй. Уҡыусылар реактив кислоталар менән тәнен бешерер, йәки колбалар шартлар тип хәүефләнергә лә түгел. Тәжрибә процесын интерактив рәүештә уҙғарырға мөмкин.
Интерактив ҡоролмалар, заманса мәғлүмәт технологиялары мәғариф системаһының киләсәге, йылдан-йыл ҡағыҙ ҡулланмалар тарихта ҡала, уларҙы виртуаль ҡоролмалар алмаштыра. Сөнки телефон тотоп тыуған әлеге быуын уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырыу еңел генә түгел. Уларҙы мәктәп процесына йәлеп итеү өсөн педагогтарҙан һөнәри оҫталыҡ та, эш тәжрибәһе лә, заман технологияларын үҙләштереү ҙә шарт.
Тап һуңғыһы пандемия мәлендә уҡытыусыларға белем биреүҙе тейешле кимәлдә ойошторорға ярҙам итә. Республика башлығы белдереүенсә, әле хәл тотороҡло, 1 сентябрҙән офлайн форматҡа күсәбеҙ.
Пандемия шарттары мәғариф системаһы алдына ҡатмарлы һынауҙар ҙа ҡуя. Юғары тиҙлекле интернет үткәрелмәгән биләмәләр, компьютер-планшеттар булмаған ғаитләр асыҡлана. Проблеманы тиҙ арала хәл итеү ихтыяжы килеп тыуа.
Ҡатмарлы шаррттарға ҡарамаҫтан, белем усаҡтары һынатмай. Шул уҡ гимназия-интернат ике юғары уҡыу йорто менән килешеү төҙөп предуниверссарий ойошторған. Ә республиканың ҡайһы бер мәғариф учреждениелары башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙә грант иҫәбенә йәкшәмбе мәктәптәре асҡан. Мәҫәлән, Тәтешлеләр Пермь крайының Барҙы районында эшләгән.
Заман башҡа заң башҡа тигән һымаҡ әлеге дәүер ҙә мәғариф системаһы алдына үҙ талаптарын ҡуя. Әммә ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын педагогтарҙы берләштереүсе төр сифат булып балаларға һөйөү тора. Сөнки һайлаған һөнәреңде яратҡанда ғына яңы бейклектәргә үрләргә мөмкин.
Бөгөн юғары наградаларға лайыҡ булған һәр уҡытыусы хаҡында ошо һүҙҙәрҙе әйтергә мөмкин. Гөлназ Йылҡыбаева Ейәнсура районы Абзан мәктәбендә 40 йылға яҡын эшләй, уның уҡыусылары даими рәүештә олимпиада-конкурстарҙа еңеү яулай.
Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе сиктәрендә бөгөн 4 тиҫтәнән ашыу белем усағына автобустар ҙа тапшырылды. Транспорт сараларын алыуға бюджеттан 92 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бөрйәндәр әйтеүенсә, район таулы-урманлы зонала урынлашҡан, икенсенән ауылдар бер-береһенә алыҫ. Яңы техника тәү сиратта балаларҙың хәүефһеҙлеге тигән һүҙ. Мәҫәлән Иҫке Монасип мәктәбенә ике ауылдан уҡыусылар йөрөп уҡый, Тимер ауылына тиклем яҡынса 20 километр.
Яңы техника ҡулланыу ваҡыты үткән иҫке транспорттты алмаштырыу мөмкинлеге бирә. Әле Башҡортостанда бөтәһе 1 мең 500-гә яҡын мәктәп автобусы иҫәпләнә, улар 42 меңләп баланы йөрөтә.
Әлбиттә, башҡа проблемалар ҙа юҡ түгел. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Өфө ҡалаһы математика лицейы төҙөү менән бәйле һорауҙы һаман һуҙа, әлегә тиклем ер участкаһы һайланмаған. Бынан тыш белем усаҡтарныда стоматология кабинеттарын асыу менән бәйле етешһеҙлектәр ҙә бар.
Август кәңәшмәһенең төп темаһы итеп мәғлүмәт технологиялары заманында йәш быуынды тәрбиәләү һайланыуы осраҡлы түгел. Сөнки әлеге ваҡытта юғары тиҙлекле интернет төпкөл ауылдарға ла үтеп инә. Балалар мәғлүмәтте төрлө сығанаҡтарҙан ҡабул итә, улар араһында дөрөҫлөккә тап килмәгәндәре лә, формалашып бөтмәгән психологияға кире йоғонто яһағандары ла бар.
Шуға күрә педагогтарҙан уҡыусыларға дөрөҫ йүнәлеш биреү, үҫешкә килтергән программалар менән ҡыҙыҡһындырыу мотлаҡ. Ә бының өсөн уҡытыусының үҙенең дә донъяуи яңылыҡтарҙан артта ҡалмауы, заман менән бергә атлауы шарт.
Рәмзиә Кәримова