Сертификатһыҙ юл ябыҡ. Республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатмаусыларҙы эшкә алмауҙары тураһында белдергән эре сәнәғәт предприятиелары һаны арта.
Өфөнөң «Технодинамика» агрегат етештереү ойошмаһына эшкә урынлашыусыларға ла был ҡағиҙә ҡағыла. Әлеге ваҡытта предприятиела ике меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың 90 проценттан ашыуы вакцина яһатҡан. Ҡәтғи сралар күреүгә ҡарамаҫтан, предприятиеға кадрҙар ҡытлығы ҡурҡынысы янамай. Киреһенсә, вакцина эшләтеү коллектив иммунитет, хеҙмәткәрҙәрҙең именленге, тимәк.
Ил сәнәғәтендә мөһим урын алып торған ойошмала эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә вакцина эшләтеүгә ыңғай ҡарашта. Улар прививка ҡаҙатыуға тотош цехтары менән ҡушылған.
Гүзәл Борханова