Ишембай ҡалаһында йәшәүселәр араһында ла привика ҡаҙатыусылар йылдам арта. Бөгөнгө көнгә вакцина ҡаҙатыусылар һаны 23 меңгә еткән. Прививка ҡаҙатыусылар дөйөм сират йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша табипҡа яҙылып вакцина һалдыра. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ишембайҙа йәшәүсе пациенттар прививка эшләү алдынан ентекле тикшереү үтә. Әгәр ҙә организмда сир барлығы асыҡлана икән, вакцина яһатыу һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелә. Ауырығандан һуң прививкаға килгән осраҡта табипты сир тураһында иҫкәртеү мотлаҡ. Белгестәр өҫтәмә анализдарға юллама тапшырып вакцина ҡаҙатырға рөхсәт ителәме-юҡмы икәнен хәл итә.
Медицина өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләгән Рита Хажиева хаҡлы ялға сыҡҡас хәүефле сир менән ауырыған. Тәжрибәле табип үҙен һәм яҡындарын инфекциянан һаҡлау өсөн прививҡа ҡаҙатҡан.
Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса ковид 19 менән ауырыусылар һаны 463-кә еткән, әммә сирләүселәр артҡандан арта килә. Вирус таралыуын туҡтатыу өсөн прививка ҡаҙатыу берҙән-бер ышаныслы сара булып тора.
Ишембай поликлиникаһында коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу дауам итә. Вакцина ҡаҙатыу өсөн үҙең менән паспорт, СНИЛС алыу мотлаҡ. Прививка яһатыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ла яҙылырға була. Бөгөнгө көнгә район һәм ҡала буйынса 23 меңгә яҡын кеше прививка эшләткән.
Флорида Ким