«Эшҡыуарлыҡ» сәғәтендә хупланған проект

Your browser doesn't support HTML5 video.

Стәрлебаш районында аҙыҡ-түлек кооперативы ойошторолоп, сауҙа нөктәләре булмаған ауылдарға автокибет йөрөй башлаған. Өфөнән Зәйнуллиндар ғаиләһенең башланғысы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Салауат Зәйнуллин тыуған яғы – Стәрлебаш районында аҙыҡ-түлек кооперативы ойоштороу идеяһы менән күптән янған. Ошо маҡсатта ул бәләкәй генә склад, Уаз машинаһын һатып ала. Автокибет менән ғаилә көнөнә сауҙа нөктәләре булмаған бер нисә ауылды урап сыға. Халыҡҡа арзан хаҡҡа ауыл хужалығы продукцияһы, көнкүреш әйберҙәр тәҡдим ителә.

Складтан тура икмәк етештереү цехына. Кооператив урындағы эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә продукцияларын һатыуҙа ярҙам итә. Әлегә Зәйнуллиндар район үҙәгенән егерме саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдар буйынса йөрөй. Сираттағы туҡталыш Тәтербашта яһалды.

Урамда автомобиль сигналы яңғырау менән, өлкән быуын вәки лдәре өйҙәренән йүгереп тигәндәй сыҡты. Ишек алдында туҡтаған тәгәрмәстәге магазинда ассортимент байлығы ылыҡтыра уларҙы.

Юғары сортлы он, шәкәр, ярмалар. Кооператив етәкселеге заказдар буйынса эшләй, кәрәк икән, халыҡты дарыуҙар менән дә тәьмин итә.

Автокибет ауылдың һәр урамында тиерлек туҡталыш яһай. Урындағы халыҡҡа йыраҡҡа йөрөргә кәрәкмәй - өйгә тиклем магазин килеп етә.

Аҙыҡ-түлек кооперативына ҡушылыу өсөн ғариза яҙырға, илле һумлыҡ иғәнә түләргә кәрәк. Пайсыларға ошондай карточкалар таратыла. Был сығымдарҙы кәметергә ярҙам итә. Автокибет өсөн һатып алынған продукция хаҡын егерме процентҡа ғына арттырыу мөмкинлек бирә.

Әлегә автокибет шишәмбенән йомаға тиклем район буйынса йөрөй, ауыл халҡы маршрут хаҡында алдан иҫкәртелә. Графиктан тайпылыштар юҡ. шуға быйыл мартта «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә хупланған проектҡа ышаныс та көндән-көн арта. Урындағы хакимиәт социль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ныҡлы терәк.

Зәйнуллиндар ғаиләһенең берҙәмлегенә һоҡланырлыҡ. Халыҡты ойоштора беләләр. Бер ай элек кенә тәгәрмәстәге магазин асып, кооперативҡа йөҙҙән ашыу кешене йәлеп итәләр. Тиҙҙән был күрһәткестә нолдәр тағы ла күберәк булыр тип көтөлә.

Альбина төп һөнәре буйынса табип, әле декрет ялында. Ә тормош иптәше автомобиль запас частарын һатыу менән шөғөлләнә. Өфөлә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, улар куңеле менән тыуған яғына тартыла. Районда аҙыҡ-түлек кооперативы ойоштороу оло күлдең бер тамсыһы ғына. Йәштәр киләһе йыл республика кимәленә сығырға ниәтләй. Автокибеттәр сауҙа нөктәләре булмаған һәр ауылды урап сығыр тип көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина