Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ял көндәрендә янғын хәүефе ҙур булыуы тураһында иҫкәртә

Халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш ителә. Бөгөн республика урмандарында тағы бер янғын сыҡҡан. Белорет районында ярты гектар биләмәгә зыян килгән. Әле 9 урында ут менән көрәшәләр. Янғындың дөйөм майҙаны 1 мең 200 гектарҙан күберәк.