Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә "Ҡашҡаҙан" паркында булды. Ул биләмәне төҙөкләндереү менән танышты. Реконструкция 2019 йылда башланды. Күл таҙартылды, тәрәнәйтелде, ярында ағастар ултыртылды. Әле ял итеү урындары әҙерләнә. Шулай уҡ ҡомлоҡ һәм фонтан була. Эштәр планға ярашлы бара. Сентябрь аҙағына тиклем күлгә таҙа һыу тултырыла. Репсублика башлығы белдереүенсә, паркта бөтә эштәр 11 октябргә тиклем тамамланырға тейеш.