Бөгөн Республика башлығы шулай уҡ Бөрө ҡалаһында булды. Унда бал байрамы ойошторолдо, ярым марафон булды. Радий Хәбиров Бөрөнөң яңыртылған Октябрь майҙанын ҡараны. Ул федераль грант иҫәбенә төҙөкләндерелде. Бөрөлә майҙанды төҙөкләндереү комплекслы башҡарылған. Эштәр сифатлы һәм ваҡытында үтәлгән. Майҙанда төрлө саралар даими уҙғарылып тора, тине Радий Хәбиров.