Иглин районында урман ҡырҡыусылар конкурсы уҙғарылды. Етенсе тапҡыр ойошторолған бәйгелә республиканың төрлө урман хужалыҡтарынан 8 команда ҡатнашты. Бысҡы оҫталары тиҙлеккә, төҙлөккә һәм оҫталыҡҡа биш һынау үтте. Конкурста күпме ағас әрәм ителде һәм кемдең бысҡыһы етеҙерәк?
Ағасты ауҙарыу ғына түгел, ә тәғәйен йүнәлешкә йығыу ҙа маҡсат. Хас та спорттағы кеүек. Ҡапҡаларға эләкһәң мәрәй ҙә юғары.
Ағасты бысҡан урын да талаптарға тура килергә тейеш. Судьялар киҫелгән ерҙең һәр сантиметрын үлсәй. Хәүефһеҙлек , бысҡы менән дөрөҫ эш итеү ҙә күҙ уңында.
Бер ағасты ауҙарыу өсөн өс минут ваҡыт бирелә. Бындай шарттарҙа хатта тәжрибәле урмансылар ҙа баҙап ҡала. Ҡайһы саҡта анға һеңгән ябай ҡағиҙәләр ҙә баштан сыға, ти бысҡы оҫталары.
Урман ҡырҡыусылар конкурсында ирҙәр генә түгел, нескә ҡыҙҙар ҙа бысҡы менән оҫта эш итә. Ишембай ҡыҙы Ленара ауыр эш ҡоралын да ҡулында уҡлау кеүек кенә уйната. Ағас йығыусылар ярышында ул хәҙер өсөнсө йыл. Йылдан йыл һөҙөмтәләр яҡшыра, ти Ленара.
Ағасты йыҡҡас ботап та ҡуйырға кәрәк. Был һынау конкурстың иң ҡыҙыҡлы өлөшө. Урмансылар был эште тиҙлеккә башҡара.
Ә төҙлөк сираттағы конкурстарҙа төп күрһәткес. Бүрәнәне төрлө яҡлап бысыуҙа миллиметрҙар иҫәпкә алына. шул уҡ ваҡытта техниканы нисек тоҡандырыу, тормозды ҡуйғанһыңмы-юҡмы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә баһалана. Шул уҡ ваҡытта оҫтаның тәжрибәһе лә һынала.
Конкурс урман ҡрҡыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Ойошитороусылар әйтеүенсә, технология нисек кенә үҫешмәһен ағас эше кеше көсөнән тыш үҫешә алмай.
Ярыш барышында бер генә иҫәпләнмәгән ағас әрәм ителмәне. Урмансылар алып килеп ултыртылған ҡыуағастарҙы ауҙарҙы. Әйткәндәй, конкурстың да дәрәжәһе йылдан йыл арта. Башланған ваҡыттарында ул урман эсендә, аҡас ҡырҡыусылар араһында ғына уҙғарылһа, Иглин районы уны ҙур байрам кеүек ойошторған. Бәйге барышын ҡарарарға килеүселәр ҙә бар. Тимәк һөнәрҙең дә киләсәгенә өмөт ҙур, ти ойоштороусылар. Ә еңеүселәр инде башҡортостан данын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ.
Айнур Кәбиров