Әлшәй районы Иҫке Васильевка ауылы халҡы тыуған ауылдарына нигеҙ һалыуҙың 275 йыллығын Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына стела асып ҡаршыланы. Ауыл халҡының шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡташты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Иҫке Васильевка ауылының олоһо-кесеһе бөгөн бороно-борондан йәштәрҙең киске осрашыуҙары үткән Уйын тауына йыйылған. Был тауҙан ауылдың типһә тимер өҙөрлөк егеттәре һөйгән ҡыҙҙары менән хушлашып, илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡларға киткән.
Ошо ауылда тыуып үҫкән ир-уҙаман Радик Низаметдинов, Бөйөк Ватан һуғышының тиңһеҙ яуҙарында баштарын һалған һәм илебеҙгә азатлыҡ яулаған ата-бабалары рухын мәңгеләштереп, ауыл халҡының изге урыны булған уйын тауында стела һәм шпиль урынлаштырырға ҡарар иткән.
Мосолман атрибутикаһы ай менән биҙәлгән һигеҙ метрҙан ашыу шпиль ауыл башындағы Уйын тауынан йыраҡтарға күренеп тора.Ә тиҫтә йылдар даамында күңел түрендә йөрәткән идеяны тормошҡа ашырыу күмәк көс менән ғәмәлгә ашырылған. Хәрби хеҙмәттә ил сиген һаҡлаусы Радик Низаметдиновтың стела һәм шпиль ҡуйыу идеяһын хеҙмәттәше һәм класташы Флүр Ишмөхәмәтов тәүгеләрҙән булып хуплаған. Ауылдаштары ла ҡулынан килгәнсә матди һәм өмәләр эшләп ярҙам ҡулы һуҙған.
Ата-бабалар рухын мәңгеләштереү кеүек изге эшкә үҫеп килеүсе йәш быуын да йәлеп ителгән. Үҫмер егеттәрҙең һәр береһе ҡулына кәлйә һәм көрәктәр тотоп өлкәндәргә ярҙам иткән. Уларға ла дөйөм эштә әүҙем ҡатнашҡан ауыл кешеләре менән бер рәттән рәхмәт һүҙҙәре еткерелде һәм иҫтәлекле билдәләр тапшырылды.
Бейектә тау битләүендәге Уйын аҡланында хәҙер Иҫке Васильевка ауылы халҡы Еңеү көнөн һәм башҡа илһөйәрлек сараларын үткәрәсәк. Киәләсәктә иһә тағы ла бергәләшеп ауыл үҙәгендә лә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл ҡорорға ниәттәре.
Уйын тауында ҡоролған стелала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 122 һалдаттың исеме мәңгеләштерелгән.Радик Нәзметдинов тәҡдиме менән асылған стела йәш быуынды илебеҙ ҡаһармандарын онотмаҫҡа, хәрби-патриотик рухта тәрбиәләргә булышлыҡ итер, тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова