Әбйәлилдә балалар лагерынан 1 саҡрым алыҫлыҡта урман янғыны теркәлгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ялдағы мәктәп уҡыусыларының именлеген тәьмин итеү маҡсатында 800-ҙән ашыу кеше эвакуацияланған. Балаларҙың бер өлөшөн ата-әсәләре өйҙәренә алып ҡайтҡан. Ҡалғандарын шифахана, ял йорттары һәм икенсе лагерға урынлаштырғандар.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил районында ут ялмап алған майҙан күләме 15 гектар тәшкил итә. Утты һүндереү дауам итә.

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, көн дауамында Бөрйән районы урманында ут тоҡанған. Республикала тағы ла13 янғын ғәмәлдә. Барлығы мең ярымдан ашыу гектар урман яна. Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы райондары тәбиғәте зыян күрә. Утлы ғәрәсәт менән көрәшкә 608 кеше һәм 164 берәмек техника йәлеп ителгән.

Әлфинә Килдейәрова