Бөрөләр «Атайсал» ярҙамында янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролма менән тәьмин ителә

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Атайсал» проекты ғәмәлдә. Ул республиканың ҡала һәм ауылдарынан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең яҡташтарына, кесе Ватанына ярҙам итеүҙе күҙаллай.

Бөрө ҡалаһының депутаттар советы берләшеп ,»Атайсал» проекты сиктәрендә янғын тураһында хәбәр итеүсе махсус ҡоролмалар һатып ала. 104 датчик 70 йәштән олораҡ һәм яңғыҙ йәшәгәндәр өсөн тәғәйенләнгән.

Башҡортостандың Дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, оло йәштәге граждандар хәүеф аҫтында тип баһалана. Янғынды иҫкәртеүсе йыһаздарҙы урынлаштырыу өсөн, уларҙы Депутаттар советы Янғынға ҡаршы хеҙмәте инструкторына тапшырҙы. Ҡоролмаларҙың тәүгеләре урынлаштырыла башланды ла инде, был эш бер-ике аҙна дауам итәсәк.

Исемлек буйынса 204 ғаиләгә янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын урынлаштырыу ҡаралған. Әлегә 100 датчик бар. Башланғыс һалынған, яҡын арала барыһын да тәьмин итербеҙ, тип уйлайым.

Иван Гребенщиков, Башҡортостан дәүләт комитетының янғынға ҡаршы хеҙмәте инструкторы

Әлфинә Килдейәрова