Республикала һауа составы тураһында мәғлүмәттәр асыҡ була

Башҡортостанда  һауа сифатын  күҙәтеү буйынса  бөтә автоматлаштырылған станцияларҙы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына тапшырыу тәҡдим ителә. Әле Республикала 9 ошондай ҡоролма бар, өсәүһе генә ведомство ҡарамағында. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Ғәрифуллин һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әле был станциялар һауа составы тураһында мәғлүмәттәрҙе ведомство һорауы буйынса ғына иғлан итә. Лабораториялар министрлыҡ ҡарамағында булһа, мәғлүмәт даими яңыртылып барасаҡ.