Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2019 йылда был учреждениены Өфөлә төҙөргә ҡушҡайны. Әммә ҡала хакимиәте әле һаман ер участкаһы бирмәгән. Радий Хәбиров белдереүенсә, 1 октябргә тиклем мәсьәлә хәл ителмәһә, лицейҙы Стәрлетамаҡҡа күсереү тураһында ҡарар буласаҡ. Өфө теләмәһә, Стәрлетамаҡта төҙөйбөҙ, тине Республика башлығы.