Бөгөн Өфөлә Үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса донъя беренселеген асыу тантанаһы була

Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, Рәсәй спорттың был төрө буйынса юғары кимәлдәге ярыштарҙы тәүге тапҡыр ҡабул итә. 11-14 август грэпплинг буйынса еңеүселәр асыҡланды, хәҙер 23 авгусҡа тиклем көн һайын ирекле һәм грек-рим төрҙәрендә ярышалар. Барыбыҙҙы ла ошо спорт байрамы менән ҡотлайым. Тағы бер тапҡыр бындай ҙур сара уҙғарырға тура килһә, ярыштар  Көрәш һарайында үтәсәк, уны мотлаҡ төҙөйбөҙ, тип яҙа Радий Хәбиров. Көрәш буйынса донъя беренселеген асыу тантанаһы сәғәт 4-тә башлана, уны Башҡортостан  телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.