"Башҡорт ихаталары" программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла

Быйыл Башҡортостанда 140 йорт яны биләмәһе тәртипкә килтерелә. Был турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров яҙа. Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, ремонтланған ихаталар араһында уҙған йылда ҡабул ителмәгән объекттар бар. Бөтә етешһеҙлектәр август аҙағына тиклем бөтөрөлөргә тейеш. 2024 йылға тиклем Башҡортостанда 2 мең ихата ремонтлана, тип яҙа Радий Хәбиров.