"Алға" иҡтисади биләмәһен киңәйтеү планлаштырыла

Башҡортостанда "Алға" махсус иҡтисади биләмәһе киңәйтелә. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарауына тейешле документтар әҙерләнә. Әле дөйөм майҙаны 340 гектар булған биләмәнең 42 проценты ҡуртымға алынған, шулай уҡ инфраструктура объекттары төҙөлә. "Алға" зонаһының яңы биләмәләре Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында, шулай уҡ Өфө районында булыуы мөмкин.