Башҡортостанда тәүлек эсендә 289 кеше коронавирус йоҡторған

Республикала коронавирус йоҡтороусылар арта. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә 289 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Хәүефле вирустан 12 кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып, һәләк булғандар һаны 929-ға етте. Әле 3 мең самаһы кеше өй шарттарында дауалана. Стационарҙарҙа 700-ҙән ашыу пациент ята, уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 62 мең кешегә яһалған. 857 меңдән ашыу кеше прививкалауҙы тамамлаған.