Данияр Абдрахманов: "Быйыл һайлауҙа конкуренция көслө"

     Республикала Дәүләт Думаһына һайлауҙа 14 сәйәси фирҡәнән 94 кандидат күрһәтелгән. Бер мандатлы округтар буйынса 58 кандидат теркәлгән. Быйыл һайлауҙа конкуренция көслө, тип билдәләй эксперттар. "Илдәге социаль-иҡтисади хәл, пандемия шарттары ла һайлауҙарға йоғонто яһай. Халыҡ власҡа юғары талаптар ҡуя", - ти Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

     Дәүләт Думаһына һайлау, башҡа тауыш биреү һәм референдумдар 19 сентябргә тәғәйенләнгән. Эпидемиологик хәлгә бәйле, һайлау өс көн дауам итә. Һайлау участкалары 17, 18 сентябрҙә лә эшләй. Республикала һайлау барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт үҙәге булдырылған. Унда 6 меңдән ашыу күҙәтеүсе әҙерләнгән.