Был турала социаль селтәрҙәге яҙмаһында республика башлығы һөйөнсөләне. Радий Хәбиров Рәсәй хөкүмәтенең бөгөнгө ҡарарын Башҡортостан юғары белем биреү системаһы һәм фәненең һуңғы йылдарҙағы иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе тип баһаланы. Университетет ректорҙары һәм хөкүмәттең оҙаҡ йылдар дауамында алып барған эше ниһайәт һөҙөмтә бирҙе. Донъя кимәлендәге студент кампусы дөйөм ятаҡ ҡына түгел. Ул тәү сиратта йәштәр һәм уларҙың уҡытыусыларына тәғәйенләнгән ғилми лабораториялар, спорт һөм мәҙәниәт учреждениелары. Уларҙың барыһы ла ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашыуы менән әһәмиәтле, тип белдергән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.