Ковид рекорд ҡуя. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә 289 кешегә СOVID-19 диагнозы ҡуйылған. Хәүефле вирустан 12 кеше вафат булған.
Пандемия башланғандан алып, һәләк булғандар һаны 929-ға етте. Әле 3 мең самаһы кеше өй шарттарында,стационарҙарҙа 700-ҙән ашыу пациент дауалана, уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. 10 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында.
Вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 62 мең кешегә яһалған. 857 меңдән ашыу кеше прививкалауҙы тамамлаған. Һуңғы тәүлектә вакцина эшләтеүселәр исемлегенә 12 мең 675 кеше өҫтәлгән.