Әбйәлил районында урман янғыны менән көрәш дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бында таҡыр юлдар юҡ. Үткән ял көндәренән алып Әбйәлил районында урман янғыны менән көрәшәләр. Хәлде таулы рельеф һәм ҡуйы урман ҡатмарлаштыра. Ут 45 гектар биләмәне ялмап алған. Урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр йыйылған. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Ғәҙәттән тыш хәл балаларҙың ялын бүлгән. Әбйәлил районының «Таулы тарлауыҡ» лагеры эргәһендә урман янғын теркәлә. Мәктәп уҡыусыларының именлеген тәьмин итеү маҡсатында 800-ҙән ашыу кеше эвакуацияланған. Балаларҙың бер өлөшөн ата-әсәләре өйҙәренә алып ҡайтҡан. Ҡалғандарын шифахана, ял йорттары һәм икенсе лагергә күсергәндәр.

Янғын бер нисә участкаға бүленгән, һәр береһенә яуаплы хеҙмәткәр беркетелгән. Ҡаялы һәм ҡуйы урман хәлде ҡатмарлаштыра, ти белгестәр. Ут менән көрәшергә күрше райондар, Магнитогорскийҙан ирекмәндәр йыйылған, Өфөнән аэромобиль төркөм йәлеп ителгән. Уларҙың һәр береһе 20 литр һыуға иҫәпләнгән ранецтар менән ҡоралланған. Ике аҙна элек Ҡырҡтытау итәгендә лә янғын сыҡҡайны. Утты һүндереүҙә ҡатнаша алмағандар матди ярҙам күрһәтеү маҡсатында аҡса йыйған. Сумманың бер өлөшө Яҡтыкүл менән Йәлембәт ауылы араһындағы янғын менән көрәшеүгә йүнәлтелгән.

Янғындә һүндереүҙә 250 хеҙмәткәр, 80-дән ашыу ирекмән һәм 42 берәмек техника ҡатнаша. Утты торлаҡ йорттарға еткермәү маҡсатында урман янындағы ауыл биләмәләре минераль һыҙаттар менән уратылған. Әлеге ваҡытта урындағы халыҡҡа хәүеф янамай. Кәрәк булған осраҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының резервын йәлеп итеү күҙаллана.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республикала 8 тәбиғәт янғыны ғәмәлдә ҡала. Ут ялмап алған майҙан күләме 1476 гектарҙы биләй.

Рафиҡ Әхмәтшин