«Спорт көрәше мәктәптәргә!» Балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуға һәм уларҙың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән федераль программа бөгөн республиканың 6 тиҫтәнән мәктәбендә уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Әммә был ғына сик түгел, 2024 йылға төбәктең тағы ла 200 белем усағында спорт көрәше үҫешә башлаясаҡ.
Был турала Радий Хәбиров физкультура уҡытыусыларының интенсив-семинарында белдерҙе. Башҡортостан башлығы шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар менән юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.
Улар үҙҙәренең тырышлығы менән оло спортҡа юл яра. Йәйге каникулдар дауам итеүгә ҡарамаҫтан был малайҙар ял итергә уйламай ҙа. Балалар грек-рим көрәше менән бик теләп шөғөлләнә. Тренерҙар әйтеүенсә, спорттың был төрө үҙенең күркәмлеге менән айырыла, шуға ла йәш быуындың күңелен тиҙ арбай.
Өфөнөң 162-се полилингваль мәктәбендә спорттың был төрө менән 70-кә яҡын бала шөғөлләнә. Уҡыусыларҙы тәжрибәле тренерҙар тәрбиәләй. Бынан тыш, мәғариф усағында милли көрәш тә яҡшы үҫешкән, өҫтәүенә Джефф Монсондың грэпплинг мәктәбе бушлай күнекмәләр уҙғара башлаған.
Белем усағында шөғөлләнеүселәр менән Радий Хәбиров һәм спорт көрәше буйынса донъя чемпионатына килгән абруйлы ҡунаҡтар осрашты. Улар күнекмәләр барышын күҙәтте, балалар менән иҫтәлеккә фотоға төштө һәм йәш спортсыларға үҙ теләктәрен еткерҙе.
Бөгөн республикала «Спорт көрәше мәктәптәргә» федераль программа уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Әлегә пилот проектында 62 белем усағы ҡатнаша. Радий Хәбиров билдәләүенсә, киләсәктә был һан өс тапҡырға артыр тип көтөлә. Республика етәксеһе шулай уҡ «Ауыл тренеры» программмаһы буйынса 4 тренерға сертификат тапшырҙы. 600-шәр мең һумлыҡ грант менән йыл һайын 100 тренерҙы бүләкләү ҡаралған
Бөгөн шулай уҡ Өфөлә юниорҙарҙар ҡатнашлығында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Мәртәбәле ярышта 54 илдән меңдән ашыу спортсы сығыш яһай. Тап улар бер нисә йылдан Париждағы Олимпия уйындарында үҙҙәренең милли йыйылма командаһы намыҫын яҡлаясаҡ.
Ярыштар 23 августҡа тиклем дауам итә. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан вәкилдәре сығыш яһай.
Илдар Байбулатов