Бөгөн Федераль Йыйылыштың түбәнге палатаһына дәғүә итеүселәр араһында телерадиоканалдарҙа бушлай эфир ваҡыты алыу өсөн йәрәбә уҙғарылды.
Дәғүә итеүселәр күп, ә эфир ваҡыты һуҙма түгел. Мәҫәлән видеороликтар урынлаштырыуға дәүләт телеканалдары бер кешегә ни бары 30 секунд ваҡыт тәҡдим итә. Бынан тыш кандидаттар дебаттарҙа ла ҡатнаша ала. Йәмғеһе дәғүәселәр 17 сәғәт буйы сәйәси бәхәс ҡора аласаҡ. Дөйөм алғанда роликтарға ла шул уҡ ваҡыт бирелә.
Ваҡыт донъялағы иң ҡиммәтле тауар. Бигерәк тә ул бушлай булғас ғәҙел бүленергә тейеш. Ҡасан һәм сәғәт нисәлә телевизорҙан үҙ һайлаусыларына мөрәжәғәт итеүҙе дәғүәселәр йәрәбә һалып асыҡланы. Был мөмкинлекте уларға Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Юлдаш һәм Спутник фм радиолары, Рәсәй, Рәсәй -24 телеканалдары һәм Хәбәрҙәр ФМ , Маяҡ һәм Рәсәй радиолары тәҡдим итә. Асыҡ, ғәҙел, аныҡ шарттарҙа.
Ғөмүмән, һайлауҙар системаһы хәҙер яңырҙы, ти белгестәр. Бер нисә сәйәси кампанияла ҡатнашҡан Вадим Садиҡов әйтеүенсә, тауыш биреү ҡанундарға ярашлы, хоҡуҡи йәһәттән теүәл ойошторола. Һәр хәлдә туҡһанынсы йылдар менән менән сағыштырырлыҡ түгел, ти ул.
Әйткәндәй быйылғы һайлауҙар ысын мәғәнәһендә быға тиклемгеләренән ҡырҡа айырыла. Пандемия шарттарын ғына алғанда ла. Был әлбиттә тауыш биреү барышын ойоштороуға күп кенә үҙгәрештәр индерә.
Көнәркәшлек юғары булыуы ла һайлауҙар барышына «борос» өҫтәй. Белгестәр әйтеүенсә, был күренеш Рәсәйҙең һайлау системаһы юғары кимәлгә күтәрелеүе һәм йәмғиәт талаптарына яуап биреүенә ишара. Яңырыу осоро йәш, әүҙем кандидаттарға, яңы сәйәси технологияларға ихтыяжды көсәйтә.
Зәңгәр экрандарҙан тауыш биреүселәрҙе өгөтләү 21 августан башланып 16 сентәбргә тиклем дауам итәсәк. Бынан тыш дәғүәселәр үҙ аҡсаларына ла эфир ваҡыты һатып ала ала. Шундай уҡ йәрәбә ваҡытлыса матбуғатты ла көтә. Улар Башҡортостанда 113 .
Айнур Кәбиров